#Гөлназ_Ишемғолованан_тәмлекәстәр
#Гульназ_Ишемгулованан_тэмлекэстэр
Кишерҙән эшләнгән ошо тәмлекәсте ғаиләбеҙ менән яратабыҙ инде бына))))"Корейса кишер" тиҙәр уны. Магазиндарҙа ла һатыла ул. Әммә миңә уҙем эшләгәне нығыраҡ оҡшай. Рецебын ҡайҙан алғанымды ла иҫләмәйем, йылдар дауамында күптән үҙгәреп бөттө.
Шулай итеп, 2 кг кишерҙе оҙонса итеп ҡырғыстан үткәргәс (шундай ҡырғыс һатыла), 2 ҡалаҡ шәкәр, 2 балғалаҡ тоҙ, 4 ҡалаҡ аш һеркәһе, самалап ҡыҙыл борос, ҡырғыстан үткәрелгән 5-8 теш һарымһаҡ ҡушабыҙ һәм ситкә алып ҡуябыҙ. Әйткәндәй, аш һеркәһенең быяла һауыттағыһын ҡулланырға тырышығыҙ. Пластик шешәләгеһе арзаныраҡ та, әммә беҙгә һаулығыбыҙ ҡиммәтлерәк, шулай бит?
Хәҙер табала 1 стакан көнб.майын ҡайнатырға кәрәк. Аҙаҡ ошо ҡайнар майҙы кишер өҫтөнә ҡойоп бутайбыҙ ҙа, берәй һауытҡа һалып, һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Ашығыҙ тәмле булһын!!!!!
P.S. Кемгәлер, бәлки, магазинда һатылған төрлө тәмләткестәр менән оҡшар, тик мин уларҙы ҡушырға яратмайым. Кишерҙең бөтә тәмен ала.
(Гөлназ Ишемғолова)