Уйландыра торған, мәғәнәле шиғыр
Өҫтөрәп алып сығарҙым мин уны ҡолағынан,
Инде бик ҡарт самауырҙы, әсәйҙең соланынан...
Шәпләп йыуып ағарткас уҙәгенә ут яҡҡас,
Тотондо ул көйләргә, йәш саҡтарын һөйләргә:
"Таныманым һине"-ти," Олоғайып киткәнһең...
Һинең менән күрешкәнгә, күпме ваҡыт үткән һуң?
Нисә бала, минең янда, гөрләп ултыра ине...!?
Йәнегеҙгә йылы биреп, пар бөркөп тора инем...
Сәйҙәремде, барыгыҙ ҙа, яратып эсә ине,
Өҫкө яғымда, теҙелеп, йомортҡа бешә ине...
Күршеләр керә , кистәре күңелле үтә ине...
Байлыҡ юҡ, тик ҡайнар сәйем, барына ла етә ине.."
Ҡайнаны ла самауарым, бер мәлгә тынып ҡалды:
"Хәҙер нисек, йәшәйһең һуң ?" - тип миңә һорау бирҙе.
"Хәҙер барыла бар, өйҙәрҙә, газдар яна, тамаҡ туҡ,
Өҫтәлдәрҙә самауыр юҡ, йөрәктәрҙә йылы юҡ...
Хәҙер кешеләр күршегә, ни өсөндөр, кермәйҙәр,
Күберәге, күршеһендә кем йәшәүен белмәйҙәр...
Йәндәребеҙ йәшеренгән, яҡшы тундарга төрөп...
Бикләнгәнбеҙ ... соландағы,иҫке самауыр кеүек...
Бына шулай йәшәйбеҙ!"-тип самауырға күҙ һалдым..
- Бар, күршеңде саҡыр!-тине,
Самауырҙы яңырттым... .
Гөлфия Низамутдинова.